“Өфөнән ебәрелгән мотоциклдар алғы һыҙыҡҡа килеп етте. Техника хәрби заданиеларҙы үтәгәндә ярҙам итә”, - тигән “Сова” ҡушаматлы һалдат. Белоруссияла сығарылған ике тәгәрмәселе транспорт уҙған айҙа фронтҡа оҙатылғайны. Уны баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов тапшырған. Өфөнөң Дим районы эшҡыуарҙары ла махсус хәрби операция биләмәһенә мотоциклдар оҙатҡан.