“Салауат Юлаев” Глеб Кузьмин менән килешеүҙе оҙайтҡан

Һөжүмсе хоккей клубы менән яңы контрактҡа ҡул ҡуйған. Ике яҡлы документ бер миҙгелгә иҫәпләнә. Глеб Кузьмин Өфө клубында 2014 йылдан эшләй. Былтыр сентябрҙә “Себер” командаһы менән уйын барышында имгәнеү сәбәпле, составтан төшөп ҡалды. Ул 2024 йылдың сентябрендә лә йәрәхәт алғайны. Хоккейсының умыртҡа бағанаһына операция яһалды. Шуға бәйле тотош миҙгелдә боҙға сыға алманы. Глеб Кузьминға 29 йәш. Ул 1997 йылдың 5 ғинуарында Воронежда тыуған.