Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков етәкселегендәге мәҙәни сара сиктәрендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Мәскәү, Санкт-Петербург, Тверь, Омск, Ульяновск һәм Ҡазан театрҙарының 8 спектаклен ҡарай ала. Форумда шулай уҡ республика театрҙарынан 6 сәхнә әҫәре күрһәтелә. Фестиваль «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Мәскәү губерния театрының «Бәләкәй принц» музыкаль әкиәте менән асылды. Йыл һайын илдең төрлө ҡалаларында үткән мультижанрлы сәнғәт фестивале киске тамашаларҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала. Ижади студияларҙа шөғөлләнеүсе уҡыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ мәктәп театрҙары етәкселере өсөн айырым мәғариф программалары ҡаралған.