Өфөнөң тарихи парк-скверҙары төҙөкләндерелә

Ярты быуат самаһы элек нигеҙ һалынған Феликс Дзержинский исемендәге сквер тиҙҙән танымаҫлыҡ булып яңыртылып, заманса йәмәғәт киңлегенә әйләнәсәк. Баш ҡала үҙәгендәге биләмә «Родина» кинотеатры артында урынлашҡан. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса бында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан прокурорҙарҙың исемен мәңгеләштергән мемориалды тергеҙеү, тротуар, инженер селтәрҙәрен алмаштырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыу, ағас ултыртыу кеүек саралар ҡаралған. Ошо маҡсатта 8 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Георгий Рутто исемендәге урмансылар дендропаркында ла төҙөкләндереү эштәре көйләнгән. «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһендәге урман зонаһы айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегенә индерелгән. 7 гектар майҙанда һирәк осраған ағас-ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Киләсәктә дендропарктың үҙ йәмәғәт китапханаһы буласаҡ, арт-объект һәм бәләкәй архитектур композициялар урынлаштарыу ҙа ҡарала. Төҙөкләндереү эштәре июнь урталарына тамамланыр тип көтөлә.