Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн «Башнефть» компанияһы ойошторған асыҡ олимпиада үтте.

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн «Башнефть» компанияһы ойошторған асыҡ олимпиада үтте.

Интеллектуаль бәйге 500-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусыларын йыйҙы.

Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк.

Конкурс эштәре нефть-газ тармағының ысынбарлыҡтағы бурыстарына нигеҙләнеп әҙерләнгән.

Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәре һәм «Башнефть» белгестәре уҡыусыларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһалаған.

Еңеүселәр өсөн төп бонус – Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балдар.

2025 йылда Башҡортостанда «Роснефть-кластары»на 25 уҡыусы – 9-сы, 43 уҡыусы – 10-сы класҡа алынған.

Олимпиаданың УГНТУ базаһында ойошторолоуы — «Роснефть» компанияһының һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса оҙайлы стратегияһының бер өлөшө. Кадрҙар резервын формалаштырыу «Мәктәп – колледж/вуз – предприятие» тигән корпоратив система аша алып барыла.

УГНТУ базаһында «Башнефть»-тең төп технологик һәм геологик йүнәлештәр буйынса ете корпоратив төркөмө уңышлы эшләй. Студенттар шәхси график буйынса уҡып, бер үк ваҡытта производствола эшләй ҙә ала.