Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды, ул өс көн дауам итә. Быйыл китап тантанаһында Рәсәй төбәктәренән йөҙҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша, Белоруссия һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан, Ирандан яңы баҫмалар тәҡдим ителә. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла Китап-байрам майҙансыҡтары эшләп торасаҡ. Уҡыусылар һөйөүен яулаған күләмле фестивалдән БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһы.
Өфөлә ойошторолған Китап-байрам йәрминкәһе күптән әҙәби сиктәрҙән сыҡҡан күләмле сара. Йәрминкә милли берҙәмлек, илһөйәрлек, татыулыҡ хистәре менән һуғарылған, төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән ҙур байрам. Төбәктә дүртенсе тапҡыр ойошторолған Китап-байрамды асыу тантанаһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә арналды.
Китап авторҙары менән осрашыуҙар, яңы баҫмалар презентацияһы, әҙәби конкурстар, билдәле әҫәрҙәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр-йәрминкә программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков һәм почетлы ҡунаҡтар йәрминкә күргәҙмәһе менән танышты.
Быйыл китап байрамда Белоруссия, Иран, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән йөҙҙән ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнаша. Сарала билдәле яҙыусылар китаптары исем туйы үтә, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лекциялар менән сығыш яһай.
Делегация ағзалары мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Ҡунаҡтар тарихи шәхестәрҙең, яҙыусыларҙың ижады, тәрән фекерҙәре, әҙәби мираҫы бөгөнгө көндәрҙә лә рухи нигеҙ булып тора тип билдәләне.
Флорида Миһранова