Рәсәй Президенты ярҙамсыһы әйтеүенсә, ул һәр төбәктә лә ҡәләм оҫталары менән осрашып аралаша. Сөнки яҙыусылар йәмғиәт һулышын, йәшәйеш пульсын тойоп уны ижадында сағылдыра, халыҡ фекере лидеры була.
Владимир Мединский менән Радий Хәбиров яҙыусылар йорто янындағы скверҙа шағирҙар сығышын да тыңланы. Бында Китап байрамы сиктәрендә йәштәр өсөн шиғриәт кисәһе ойошторолған. Тамашасылар алдында республиканың билдәле әҙиптәре үҙ ижады менән таныштырҙы. Владимир Мединскийға төҙөкләндерелгән Яҙыусылар йортон да күрһәттеләр. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы әйтеүенсә, бындай бина хатта Мәскәү яҙыусыларында ла юҡ. Ижад кешеләренә иғтибар һәм уларға йыйылыу, фекер алышыу, илһам алыу йорто ойоштороғаны өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров үҙ сиратында яҙыусыларҙы һәр эштә лә ныҡлы таяныс булыуын билдәләне.
Республиканың яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашыуҙа ойошманы борсоған башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Владимир Мединский ҡайтанан аттестациялауға етди иғтибар бүлергә ҡушты. Сөнки яҙыусылар рәтендә һан түгел, ә сифат мөһим, тине ил башлығы ярҙамсыһы. Башҡортостанда яҙыусылар союзы ағзаларын аттестациялау эше башланған да инде.