Башҡортостанда пограничниктарҙың байрам осрашыуы үтте

Бөгөн сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 108 йыл. Был уңайҙан Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы сара уҙҙы. Төрлө йылдарҙа сик буйын һаҡлағандар Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Сик буйы һаҡсыһы һәйкәлдәренә сәскә һалды. Йылдағыса осрашыуға Башҡортостан ҡала-райондарынан һәм илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр килде. Йәшел фуражкалылар байрам кәйефе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Хеҙмәт итеп ҡайтҡанына 45 йыл, үҙенә алтмыш йәштән ашыу, ә кителе һаман кәүҙәһенә килешеп тора. Йылына уны бер тапҡыр баш ҡалаға Еңеү паркына осрашыуға мотлаҡ кейеп килә. Алыҫта ҡалған хеҙмәт юлдарын һағынып иҫкә алыр, бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән күрешер өсөн. Әлшәй районы Ташлы ауылы егете Әбүзәр Тимербаев 1981 йылдан 83 йылға тиклем Балтик буйында ил сиген һаҡлаған.

Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң мобиль һәм төп төркөмдәренең береһе. Уларҙың иңендә меңдәрсә километрҙарға һуҙылған сиктәрҙең именлеген тәьмин итеү ята. Был ҡоро ерҙәр генә түгел, хәүефһеҙлек диңгеҙ һәм һауа сиктәрендә дә һаҡлана. Пограничниктар Еңеү паркына республика төбәктәренән һәм хатта илдең төрлө мөйәштәренән килгән.

43 йыл буйы күрешмәгән уҙамандар быйыл Өфөлә осрашыу ойошторған. Митингка йәшел фуражкалылар ғаиләләре менән дә килгән. Армия йылдарындағы дуҫлыҡ ғүмерлеккә, ти ир-егеттәр. Был дуҫлыҡ тормошта бер-береһенә ярҙам итеп, шатлыҡта ла, ауыр саҡта ла ярҙамлашып йәшәүҙә сағыла.

Төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандар тантаналы марш атланы, һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм Мәңгелек утҡа, сик буйы ғәскәрҙәре һәйкәленә сәскә һалды.

Рәмилә Исмәғилева