Район үҙәгенән өс саҡрым алыҫлыҡта, Ташбүкән, Ташлы һәм Толпар ауылдарына илткән юл буйындағы шишмә ташландыҡ хәлгә килгән. Шишмә һәм уның тирә яғы тыуған ил өсөн һәләк булған герой хөрмәтенә төҙөкләндерелде.
Ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмә эргәһен тәртипкә килтереү тәҡдиме менән Салауат Батыршин сығыш яһаған булған. Ҡыҙғанысҡа, Салауат Усман улы махсус хәрби оперпация барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. «Сик» ҡәрҙәшлеге ағзалары «Батыр» эҙәрмәндәр отряды менән шишмәнең эргәһен тәртипкә килтереү буйынса изге эш атҡара. Объектты финанслауҙы Ғафури районы пограничниктары һәм бағыусылар үҙ өҫтөнә алған. Сик буйы ғәскәрҙәре көнөндә объект тантаналы шарттарҙа асылды. Шишмә Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе ҡуйған «алтын ҡаҙаҡтарҙың» береһенән алыҫ түгел. Был урынды туристар ярата, һәм хәҙер уларҙың уңайлы туҡталҡаһы буласаҡ.