Өфөлә «Бер блокнот тарихы» китабының исем туйы уҙҙы

Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Хизбуллинға арналған. Баҫма өҫтөндә танылған спорт журналисы Лилиә Шафиҡова эшләй. Материалдар геройҙың блокнотындағы шәхси яҙмаларына нигеҙләнә, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең хәтирәләрен, шәхси фотоһүрәттәрҙе үҙ эсенә ала. Эдуард Дамир улы оҙаҡ йылдар БСТ каналында спорт өлкәһен яҡтырта, һуңынан «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтендә эшләй. 2022 йылдан үҙ теләге менән мотоуҡсылар батальонында тыуған ил именлеге өсөн көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 4 авгусында хеҙмәттәшен эҙләү буйынса бойороҡто үтәгәндә ғүмере өҙөлә.