Йөҙйәшәр ветеранға әмәлиәт. Бер быуат элек 1926 йылда нигеҙ һалынған Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында йөҙ йәшлек пациент-ветеран Геннадий Яковлевич Филипповҡа күҙ яҫмығын алмаштырыу буйынса әмәлиәт үткәрелде. Был осраҡты һирәк тип атарға мөмкин. Өлкән быуын вәкилдәренә хирургик манипуляциялар махсус әҙерлек һәм күп һанлы һаулыҡ факторҙарын иҫәпкә алыуҙы талап итә. Әмәлиәт барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өлкән быуын вәкиленә әмәлиәт үткәреү үтә лә яуаллылыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ талап итә. Хирургтар һәм анестезиологтар операция протоколын комплекслы тикшереү мәғлүмәттәренә таянып төҙөгән. Пациент менән бәйле бөтә хәлдәр иҫәпкә алынған, минималь инвазив алым һайланған һәм операцияның һәр этабында максималь хәүефһеҙлек тәьмин итеү күҙаллана. Йөҙйәшәр ҙә үҙ һөнәренең оҫталары ярҙамында күреү һәләтен ҡайтарыу мөмкинлегенә сикһеҙ шат
Күҙ яҫмығы-күҙ эсендәге үтә күренмәле ике яҡлы ҡабарынҡы линза, ул яҡтылыҡ нурҙарын селтәрсәгә йүнәлтә, төрлө алыҫлыҡта яҡшы күреү мөмкинлеген бирә. Уның һығылмалылығы йәки дөрөҫ формаһын юғалтҡанда алмаштырырға кәрәк.Әмәлиәтте офтальмолог-хирург, бүлек мөдире Гөлнара Исрафилова етәкселегендәге табиптар бригадаһы башҡарҙы.
Һәр хирург күҙ яҫмығын алмаштырыу буйынса көнөнә тиҫтәләгән әмәлиәт башҡара. Операциянан һуң пациенттар табип кәңәшен һәм күрһәтмәләрен теүәл үтәргә тейеш. Күреү һәләтен ҡайтарыу уларҙың йәшәү кимәлен дә бермә-бер яҡшыртасаҡ.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында йылына етмеш меңдән ашыу кешегә консультациялар үткәрелә. Башҡортостандан тыш, күрше өлкәләр һәм Рәсәй ҡалаларынан да был стеналарҙа күреү һәләтен ҡайтарырға теләүселәр һаны артҡандан-арта бара.
Бер быуатлыҡ тарихы булған Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институында йылына ҡырҡ меңдән ашыу әмәлиәт яһала. Глаукома, катаракта һәм башҡа төрлө күҙ ауырыуҙарынан интеккән олоһо-кесеһенә күреү һәләтен ҡайтарыу өсөн хирург-офтальмологтар мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй.
Гүзәл Борханова