Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы культураларҙы сәсеү тамамланды

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, татлы тамыр 40 меңдән ашыу, майлы культуралар 700 меңгә яҡын гектарҙа сәселгән. Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе һәм Федоровка хужалыҡтары – майлы культураларҙы иң күп үҫтергән райондар исемлегендә.