Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә ремонт башлана

Республика Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 июндә Чесноковка ауылы янындағы Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре башлана. Юл хеҙмәттәре төҙөкләндереүҙе август уртаһына тиклем тамамларға тейеш. Ремонт ваҡытында ҡоролманың өлөштәре сиратлап ябыла, автомобилдәрҙе үткәреү өсөн реверсив хәрәкәт һәм светофор менән көйләү ойошторола. “Өфө аэропортынан осорға йәки баш ҡалаға килергә йыйынған пассажирҙарҙы төҙөкләндереү эштәрен иҫәпкә алыуҙарын һәм сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙары һорала”— тип мөрәжәғәт итәләр ведомствонан.