Башҡортостан урмансылары автопаркына яңы техника алынды

Транспорт “Экология именлеге” милли прооектына ярашлы килде, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан. Яңы машиналар урманлы урындарҙа эшләү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайланған. Улар шәхси составты, янғынға ҡаршы инвентарҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡатмарлы һәм юлһыҙ шарттарҙа янғын урындарына күсереү өсөн тәғәйенләнгән.