Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам күрһәтеү буйынса юғары баһа алды

Стратегик башланғыстар агентлығы инвестициялар буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре буйынса аналитик доклад тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан дөйөм күрһәткестәр буйынса өсөнсө урында. Яңы анализдар тағы ла төплөрәк күрһәткестәр менән байтылған. Атап әйткәндә, Башҡортостан бизнесты яҡлау буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа уңайлы мөхит һәм бизнес алып барыу өсөн ҡулайлы хаҡтар йүнәлешендә лә алдынғылар иҫәбендә. Республика ете йыл дауамында инвестициялар йәлеп итеү буйынса, илдәге уртаса күрһәткестәрҙе уҙҙырып, даими үҫеш күрһәтә. Был ҡаҙаныштар артында идарасы команданың ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге ята.