Йыл һайын Башҡортостанда 1300-гә яҡын үпкә яман шеше асыҡлана. Белгестәр билдәләүенсә, уларҙың 30 процентында хирургик юл менән органды һаҡлап ҡалырға мөмкин. Иртә стадияла бронхопластика үтеү йөрәк-үпкә етешмәүсәнлеге хәүефен кәметергә ярҙам итә. Республика онкология диспансерында бындай операция күптән эш тәжрибәһенә индерелгән. Мәскәү белгестәре менән берлектә ойошторолған сираттағы операция барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.
Операция өҫтәлендә 27 йәшлек егет. Диспансер тикшереүе үткәндә пациентта башланғыс стадияла үпкә яман шеше булыуы асыҡланған. Ике йыл элек тәмәкенән баш тартҡан да бит, әммә насар ғәҙәт эҙемтәһеҙ үтмәй. Табиптар тын юлдары органындағы карценоидты, йәғни яйлап үҫә торған шеште хирургик ысул буйынса юҡ итергә ҡарар итә. Үҙенә күрә ювелир эш-сөнки үпкә туҡымаһын һаҡлау буйынса реконструкция ойошторола.
Операция Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Радиология милли медицина тикшеренеү үҙәге генераль директорының хирургия буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Рябов етәкселегендә үтте. Эндоскопия ҡорамалдары ҡулланып башҡарылған процедура өс сәғәттән ашыу ваҡытҡа иҫәпләнгән.
Яман шештең иртә стадияларында ғына үпкәне һаҡлап ҡалыу буйынса Хирургик ярҙам күрһәтелә, республика онкология диспансерында бронхопластика йылына биш алты тапҡыр яһала. Һирәк осрай торған операцияны эшләүҙә федераль белгестәрҙең тәжрибәһен уртаҡлашыу, яңы алымдар үҙләштереү-заман талабы.
Операция барышын «Яман шеште дауалауҙа заманса ысулдар» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар ҙа күҙәтте. Шулай уҡ сара сиктәрендә медициналағы инновациялар өйрәнелде, онкоурология, күкрәк биҙе, ашҡаҙан-эсәк юлы яман шеше диагностикаһы һәм терапияһына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған сараларҙың юғары һөҙөмтәлелеге билдәләнде.
Яман шеште асыҡлау статистикаһы үҫә. Былтыр ғына төбәктә яман шештең 15 мең 204 осрағы теркәлгән, уларҙың яртыһынан күберәге беренсе һәм икенсе стадияла табылған. Профилактик медицина тикшеренеүҙәре үтеү, тәү сиратта, ғүмер өсөн хәүефле сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Шуға күрә табиптар ҙа сәләмәтлеккә ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра.
Гөлназ Хәйбуллина