Өфөлә йәш кардиологтарҙың Рәсәй форумы асылды

Өфөлә «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм глобаль һаулыҡ» Рәсәй кардиология йәмғиәтенең ун өсөнсө йәш кардиологтар форумы асылды. Ике көн дауамында баш ҡалала республика һәм илдең төрлө ҡалаларынан килгән белгестәр тәжрибә уртаҡлаша.

Форум программаһында лекциялар һәм пленар ултырыштар, фәнни симпозиумдар,уҡытыу семинарҙары, оҫталыҡ дәрестәре, секция ултырыштары ҡаралған, шулай уҡ, йәш ғалимдар араһында конкурстар, йәш белгестәр һәм студенттар өсөн «Кардиоквест» команда конкурсы үтә.

Тематик йүнәлештәр араһында-эпидемиология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү, йөрәк етешмәүсәнлеге, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентгенэндоваскуляр хирургия, балалар кардиологияһы һәм башҡалар бар.