Өфөлә студенттар өсөн һөнәри үҫеш буйынса осрашыу үтте

Рәсәйҙең тышҡы иҡтисад банкының башҡарма директоры Башҡортостан студенттарына файҙалы кәңәштәрен еткерҙе. Александр Мачевский Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡыусыларына лекция үткәрҙе. Коммуникациялар буйынса федераль эксперт һөнәр трансформацияһы, классик пиар, заманса аралашыу саралары хаҡында һөйләне. Һөнәр һайлау һәм үҫеш буйынса практик лекция уҡыны. Резюме әҙерләү, әңгәмәләшеү, эш биреүселәрҙең талабы һәм ябай хаталар кеүек эш баҙарына сығыуҙың төп этаптарын аңлатты.