Радий Хәбиров социаль селтәрҙә эшҡыуарҙарға «Медовз» компанияһы миҫалында экспорт эшмәкәрлегендә ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләне. Предприятие сит илдәргә иң күп башҡорт балын оҙатыусы һанала. 11 йыл эсендә уларҙың экспорт күләме 400 тапҡырға артҡан. Был уңышта республиканың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ҙур роль уйнай. Компанияға продукцияны ташыу өсөн берлектә финанслау бүленә, ышаныслы дистрибьюторҙар менән бәйләнеш булдырыла, сит телдә сайт төҙөү һәм халыҡ-ара маркетплейстарға сығыуҙа ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре бушлай уҡытыу үткән. Шуныһы мөһим, бындай ярҙамды беҙҙең һәр предприятиеға алырға мөмкин, тип яҙған Башҡортостан башлығы.