Башҡортостандан Төньяҡ Осетия республикаһына тура рейс асылды

Бынан ары Өфөнән Владикавказ ҡалаһына тиклем 3 сәғәттә барып етергә мөмкин. Авиабәйләнеш әлегә аҙнаһына бер тапҡыр һәм сентябрь аҙағына тиклем башҡарыла. Әгәр яңылыҡ үҙен аҡлай ҡалһа, рейстарҙың артыуы, оҙайтылыуы ихтимал. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнән Владикавказға тура рейс рәсми асылды. Ҡыҙыл таҫма ҡырҡылғандан һуң, ике республика араһында булдырылған тәүге авиабәйләнеш пассажирҙары ҡаршы алынды. Беренселәрҙән булып теркәлгән Шакировтарға «Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан махсус бүләк тә тапшырылды. Ғаилә балаларын каникулға олатаһы менән өләсәһенә оҙата.

Быға тиклем Өфөнән Владикавказға тик урау юл Минераль һыуҙар, йә Мәскәү ҡалаһы аша ғына етергә мөмкин ине. Кәм тигәндә юлға алты сәғәт самаһы ваҡыт киткән. Хәҙер тура рейс ни бары 3 сәғәттә алып бара. Башҡортостандан тәүге самолет тулы, 180 пассажир менән ҡуҙғалды.

Азат Ғәлиуллин