БСТ журналистары халыҡ-ара телекинофорумда юғары наградалар яуланы

БСТ журналистары «Яңы ысынбарлыҡ» халыҡ-ара телекинофорумы лауреаттары тип танылды. Коллегаларыбыҙ Гәүһәр Батталова, Гүзәл Ситдиҡова һәм Айнур Кәбировтың эштәре абруйлы жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды.

«Махсус хәрби операция биләмәһендә» номинацияһына Гәүһәр Батталованың «Ҡайтыр» документаль фильмы тәҡдим ителде. Төп герой-билдәле журналист, күп балалы атай Павел Самойлин. Ул махсус хәрби операция башланғас уҡ ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫа. 5 көн буйына һуғыш яланында аҙыҡ-түлек һәм һыуһыҙ ята. Уны һәләк булған тип иҫәпләйҙәр. Фильм тормош мәғәнәһе, рух көсө тураһында. «Иң яҡшы репортаж» номинацияһында Гүзәл Ситдиҡованың «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән ялған никахтар» тураһындағы репортажы юғары баһаланды. Коллегабыҙҙың был эше финалистарҙың 80 эше араһынан һайлап алынды һәм кинотеатрҙағы ҙур экранда күрһәтелде. Шулай уҡ Айнур Кәбировтың «Уҡыу полигоны» тураһындағы репортажы ла «Милли телдәге иң яҡшы программа»номинацияһында лауреат булды. Бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгородта үтте. Унда 46 төбәктән 57 компания ҡатнашты.

Гүзәл Ситдиҡова шулай уҡ ошо көндәрҙә «Хоҡуҡи Рәсәй» Бөтә Рәсәй конкурсында «Хоҡуҡи Рәсәй өсөн киң мәғлүмәт саралары» номинацияһы еңеүсеһе булды. Унда 48 эш араһынан 3 еңеүсе генә һайлап алынды. Награда Мәскәүҙә тапшырылды. Ә быға тиклем хеҙмәттәшебеҙ Һамарҙа «Рус йыһаны» мидиаконкурсы финалында ҡатнашҡайны.