Гөлләмәләр урынына-йомшаҡ уйынсыҡтар. «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Зөһрә Арсаева тыуған көнөнә сәскәләр урынына бүләк ителгән уйынсыҡтарҙы балалар йортона тапшырҙы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәренә радио хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ йыр-моң, күңелле уйындар менән үрелеп барған махсус программа ла әҙерләгәйне. Байрам 1 июндә билдәләнәсәк Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды.
«Юлдаш» каналы мәрхәмәтлек сараларын даими үткәрә. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау, Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан радио хеҙмәткәрҙәре республика район-ҡалаларына йыш сыға. Башҡорт эстрада башҡарыусылары менән концерт программаһын әҙерләү, төрлө яҡлы акциялар уҙғарыу ҙа бер ни тормай. Сараларҙа радио тыңлаусылары үҙҙәре лә булышлыҡ итә. Яңы йыл алдынан ишле ғаиләләрҙе, махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындарын тәбрикләү шулай уҡ матур йолаларҙың береһе. Ә инде гөлләмәләр урынына уйынсыҡтар тапшырыу ҙа һуңғыһы булмаҫ, ти юлдаштар. Осрашыу туңдырма өләшеү менән тамамланды.