“Китап уҡығыҙ, бәхетле булығыҙ”

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шулай тип белдерҙе.  “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе тамамланды. Сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән килгән нәшриәттәргә, почетлы ҡунаҡтарға, республика халҡына ҙур рәхмәт! “Китап-байрам”ының төп маҡсаты - балалар һәм өлкәндәрҙә китапҡа һөйөү тәрбиәләү. Был юлы ла беҙ уны уңышлы үткәрә алдыҡ. Уңыштар һәм Совет майҙанында яңынан осрашҡанға тиклем”, - тип яҙған республика етәксеһе.