Унда 25 мең профессиональ спортсы һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнашты. Велоуҙыш Ленин исемендәге майҙанда башланды, Әй урамындағы Революция Көрәшселәре скверында тамамланды. Спорт байрамы барышында күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, велосипедтар күргәҙмәһе ойошторолдо. Өфөлә “1 мең велосипедсы көнө” 2011 йылдан уҙғарыла.