Башҡортостанда ҡотороу сире теркәлде

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында карантин иғлан ителде.  Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйған. Инфекция сығанағы Нефтселәр урамындағы шәхси хужалыҡта табылған. Сикләү ваҡытында биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Урында вакцинация уҙғарыла.