Фажиғә Осоргин һәм Енғалыш ауылдары араһындағы юлда теркәлә. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, фажиғә Осоргин менән Енғалыш ауылдары араһындағы юлда була. Питбайк менән идара иткән үҫмер «Лада Калина» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә уҡыусы шунда уҡ һәләк була. Ике тәгәрмәсле транспорт сараһын ата-әсәһе былтыр баланың тыуған көнөнә бүләк иткәнлеге билдәле. 8-се класс уҡыусыһы уны баҡсала файҙаланған.