Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышына арналған «Еңеү поезы» туҡталды

Өфөгә «Еңеү поезы» килде. Уның составында Бөйөк Ватан һуғышының төрлө этаптарына бағышланған 10 вагон бар.

«Еңеү поезы»-хәрәкәт итеүсе составта урынлашҡан тәүге интерактив күргәҙмә. Тематик вагондар Рәсәй буйлап 2020 йылдан, йәғни Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап сәйәхәткә сыҡҡайны. Ошо ваҡыт эсендә ул 220 мең саҡрым юл үткән, 450 ҡалала туҡталған, шул иҫәптән Беларусия менән Абхазияла булған. 400 квадрат метр майҙанда заман технологиялары ҡулланып тарихи ысынбарлыҡ сағылыш тапҡан. Поезд вагондарында яугирҙарҙың фронтҡа юлланыу мәлен, ҡаты алыштарҙан күренештәрҙе, концлагерь, госпиталь, һалдат мунсаһын, дот менән танк эсен хәтерләткән экспозиция менән яҡындан танышырға мөмкин. Шулай уҡ Нюрнберг, Токио һәм Хабаровск процесстарына арналған күргәҙмә тәҡдим ителгән.

Өфөлә поезд йәкшәмбе иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 7-гә тиклем мең ярымға яҡын кешене ҡабул итте. Состав баш ҡаланың тимер юл вокзалынан Стәрлетамаҡҡа юлланды. Башҡортостандың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалала «Еңеү поезы» ике көнгә туҡтала, вагондар буйлап экскурсия алдан теркәлеү буйынса бушлай үтә.

«Еңеү поезының» маршруты Башҡортостан аша үтә. Киләһе ике көн состав Стәрлетамаҡта эшләйәсәк. Быға беҙ бик шатбыҙ. Киләһе йылдарға маршрут төҙөгәндә лә ойоштороусылар Башҡортостан биләмәһен индерер тип өмөтләнәбеҙ. Был экспозицияға мөмкин тиклем күберәк кеше килһен өсөн ике ҙур ҡалала ғына түгел, башҡа тораҡ пункттарға ла туҡталыр тип ышанабыҙ.

Алексей Касьянов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары