Салауат Юлаев һәйкәле бронзанан ҡойола

Был турала скульптураны реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ултырышында белдерелде.  Унда һәйкәлдең артабанғы яҙмышы тураһында суйын экспертизаһының һуңғы мәғлүмәттәре, монументты төҙөү тарихы буйынса  архив белешмәләр иғлан ителде. Лабораторияла тикшереү барышында суйынға бронза яғылмағаны асыҡланған. “Бронза тик автор ниәтендә генә ҡалған, тарихи документтарҙа ғына һаҡланған. Был һәйкәл эшкәртелмәгән”, - тине Рәсәй художество академияһы фондының реставрация буйынса директоры Анна Пышта. Башҡортостан Башлығының Тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьләләләре буйынса кәңәшсеһе  Рәсих Хәмитов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эштәрҙе киләһе йыл тамамлау ҡарала. Һәйкәлде реставрациялау менән бергә фонтан һәм монумент урынлашҡан майҙан тәртипкә  килтерелә.