Был ваҡытта республикала бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте ғәмәлдә. Уға ярашлы, төнөн балалар урамда һәм йәмәғәт урындарында ҡарауһыҙ булырға тейеш түгел. Төнгө ваҡыт киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 6-ға тиклем билдәләнгән. 17 йәше тулмағандар полиция ҡулына эләкһә, ата-әсәләре яуапҡа тарттырыла, административ протокол төҙөлә.