Юл хеҙмәттәре төҙөкләндереүҙе август уртаһына тиклем тамамларға тейеш, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан. Ремонт ваҡытында ҡоролма өлөшләтә сиратлап ябыла, автомобилдәрҙе үткәреү өсөн реверсив хәрәкәт һәм светофор менән көйләү ойошторола. “Өфө аэропортынан осорға йәки баш ҡалаға килергә йыйынған пассажирҙарҙан күпер төҙөкләндереү эштәрен иҫәпкә алыуҙары һәм юлға иртәрәк сығыуҙары һорала”— тип мөрәжәғәт итәләр ведомствонан.