Быға тиклем ул 7 йыл Хәйбулла районын етәкләне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, баш ҡалаға яңы энергия талап ителә. Рөстәм Шәрипов шундай етәкселәрҙең береһе. Уның эшләү осоронда Бөрйән районы, һуңынан Хәйбулла үҫеш, яңырыу импульсы алды. Баш ҡала хакимиәте башлығы бөгөн үк вазифаһын башҡарыуға тотона һәм хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә уға тәүге бурыстар ҙа йөкмәтелде. Был турала ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Республика бөртөклөләр төбәге булып ҡала, ләкин йылдан-йыл яйлап ҡына майлы культуралар өҫтөнлөк ала. Баҙар шулай талап итә. Шуға күрә фермерҙар ҙа был тенденциянан, дөрөҫөрәге, килемдән баш тарта алмай. Ауыл хужалығы министры төбәк башлығын тармаҡтағы сәйәсәт һәм сәсеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Йәй етеү менән һәр тармаҡта ла ҡыҙыу мәл башлана. Каникулға сыҡтылар тип балаларҙы ла иғтибарҙан ысҡыныдырырға ярамай. Киреһенсә, уларҙың ялын ойоштороу мөһим мәсьәлә. Күңел асыу урындары, аттракциондар төҙөк һәм тейешле кимәлдә эшләүе шарт.
Мопед һәм питбайктар мәсьәләһе лә киҫкенләште. Каникулдар башланып та өлгөрмәгән, әммә мотоциклда аварияға осрап һәләк булыу осраҡтары бар. Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға ҡәтғиерәк эш итеү бурысы ҡуйҙы.
Республика менән идара итеү үҙәгенән алынған мәғлүмәттәр буйынса сүп-сар сығарыу эшенә дәғүәләр арта. Айырыуса баш ҡала һәм сиктәш райондарҙа. Был проблемаларҙың барыһын да яңы тәғәйенләнгән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповҡа хәл итергә тура киләсәк.
Яңы кеше түгел, башлыҡ вәкәләттәрен яҡшы белә. Тәүҙә Бөрйән районын етәкләһә, һуңғы ете йылда Хәйбулла районын үҫтереү буйынса уңышлы эш алып барған. Өфөгә лә яңы энергия биреү мөһим, тине Радий Хәбиров.
А.Кәбиров