Радий Хәбиров реставрацияға алынған һәйкәлдең яҙмышын иғлан итте. Йәмәғәтселек, белгестәр менән оҙаҡ фекер алышҡандан һуң батыр һынын яңынан бронзанан ҡойорғә хәл итәбеҙ, тине төбәк башлығы. Сөнки суйын һәйкәл 80 процентҡа тиклем таушалған. Уны тергеҙгән хәлдә лә күпме ваҡыт торасағы билдәһеҙ. Алдан уйланылғанса бронзанан ҡойоу отошлораҡ булыр, тип белдерҙе Радий Хәбиров.