Ошоға бәйле Өфөнөң Чесноковка ауылы эргәһендәге ҡоролмала транспорт хәрәкәте сикләнде. Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эш ваҡытында светофор ярҙамында реверсив хәрәкәт ойошторола. «Өфө» аэропортынан осорға йәки баш ҡалаға килергә йыйынған пассажирҙарҙың ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы иҫәпкә алыуҙарын һәм сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙары һорала. Эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла һәм объект сентябрь башына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.