Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары яһалма зиһен ярҙамында эшләгән төҙөлөш калькуляторы тәҡдим итә. Студенттар стартап ярҙамында тормошҡа ашырған проект йорт төҙөү, ремонт эшләү, йыһаз һайлауҙа ярҙамсы буласаҡ. Калькулятор тулыһынса йорттоң күпме хаҡҡа төшөүен иҫәпләй. Шулай уҡ яһалма интеллект менән уны йыһазлау стилен ҡарап, шунда уҡ мебель һатып алырға була.
Программа базаһында маркетплейстарҙа һатыуҙа булған материалдар һәм мебель. Проектты авторы Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Артур Рауш һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, мәғлүмәт технологиялары белгесе Егор Савин менән берлектә эшләгән. Төҙөлөш өсөн яһалма зиһен калькуляторын интернет киңлектәрендә теләгән һәр кем файҙалана ала.