Ваҡиға баш ҡаланың Гагарин урамында теркәлгән. Күҙәтеү камераһында теркәлгән яҙманан күренеүенсә, малайҙар самокатҡа өсәүләп баҫып алған. Хаҡлы ялдағы ханым бәрелеүҙән тора алмай ята. Ләкин тәртип боҙоусылар уның янына килмәй ҙә.