Башҡортостан ирекмәндәре махсус операция зонаһына 20 тонна йөк оҙатты

45 подразделениеға 20 тонна йөк. Халыҡ фронты «Еңеү өсөн» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Яугирҙарға 5 берәмек техника, квадрокоптерҙар, дрон детекторҙар, блиндаж япмалары, генераторҙар тупланған. Барл транспорт сараһы ирекмәндәр тарафынан ремонтланған һәм алғы һыҙыҡта хеҙмәти итеүгә әҙерләнгән. Ылау халыҡ фронты һәм битараф булмаған волонтерҙар, халыҡ көсө менән тупланған.