Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Аудиоәкиәттәр» ижади проектын башлай

Уға ярашлы артистар төрлө милләт әкиәттәрен башҡорт телендә яҙҙырасаҡ. Был актер оҫталығын, режиссер ҡарашын һәм заманса технологияларҙы бергә туплап, бала саҡтан таныш әҫәрҙәрҙе йәнле, күләмле аудиоспектаклдәргә әйләндергән уникаль проект. Уның маҡсаты-классик әҙәбиәтте халыҡҡа яҡынайтыу, ғаилә менән бергәләп китап уҡыу йолаһын тергеҙеү һәм тыңлаусыларҙы театр сәнғәте менән сәхнә сиктәренән тыш таныштырыу. Проект данлыҡлы яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың 235 йыллығына арналып, күренекле әҫәренән башланып китте. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова тәржемәһендә «Ал сәскә» аудиоәкиәте театрыбыҙҙың күренекле артистары башҡарыуында яңғыраясаҡ