Радий Хәбировтың сәйәси тотороҡлолоҡ рейтингындағы позицияһы нығынды

Радий Хәбиров төбәк башлыҡтарының «Дәүләт советы 2.0» сәйәси тотороҡлолоҡ рейтингында позицияларын ярайһы уҡ яҡшыртты. Аналитик материалды «Минченко консалтинг» холдингы эксперттары әҙерләгән. Унда билдәләнеүенсә, республика етәксеһенең йәшел зонала федераль үҙәк менән ныҡлы бәйләнештәр, һайлау кампанияһы алдынан төбәктә уңай эске сәйәси шарттар һаҡлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары һайлауҙар үтәсәк. Республика Абхазия, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Тажикстан менән хеҙмәттәшлек итеп, халыҡ-ара кимәлдә лә алға бара. Башҡортостан башлығының позицияһын яһалма зиһен үҫеше көсәйтә. Был йәһәттән Радий Хәбиров губернаторҙар араһында лидер. Республикала һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Яҡын арала комплекслы үҫеш программаһы әҙерләнәсәк һәм раҫланасаҡ.