Барыһы ла фронт, барыһы ла еңеү өсөн! 2026 йылдың тәүге 5 айы, һәр ваҡыттағыса, еңелдәрҙән булмаған. Әммә ошондай шарттарҙа ла республиканы үҫтереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйыла. Был турала Радий Хәбиров «Комсомольская правда» радиоһына биргән интервьюла белдерҙе.
Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында туристик проекттар, демография һәм Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау хаҡында ла һөйләне. Беренсе кварталда иҡтисади үҫеш 3,8 процент тәшкил иткән. Әле бер нисә объект төҙөлә, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһенә туҡталды. Постаментты һүткән ваҡытта уның ярым емерек хәлдә булыуы асыҡланған.
Белгестәр әйтеүенсә, конструкцияның яҡынса 60-70 процентын алмаштырырға кәрәк. Шуға ла фекер алышыу барышында бронзанан яңы һәйкәл ҡойоу тәҡдиме индерелә. Тышҡы яҡтан ул әлеге скульптур композиция кеүек үк буласаҡ.
Төбәк башлығы ял көндәрендә ғаиләһе менән республика буйлап йөрөргә яратыуы тураһында ла һөйләне. Һәр төбәктең тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи объекттары бар, тине Радий Хәбиров.