«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалына 3 йыл тулды

Ошо ваҡыт эсендә уның хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операциялала ҡатнашҡан 115 мең кешегә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәткән, шулай уҡ 135 мең мөрәжәғәт хәл ителгән. Бөгөн республикала 140 социаль координатор эшләй, улар өйҙәренә ҡайтыусылар менән бәйләнеш тота һәм яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә булышлыҡ итә. Уларға төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә, атап үткәндә медицина реабилитацияһы, психологик, юридик ярҙам, эшкә урынлашыу, техник саралар алыу һәм башҡалар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡотлауында фонд хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ статс-секретарь-Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилеваға республикаға һәм яугирҙарға иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.