Башҡортостанда 9-cы класс уҡыусылары өсөн дәүләт имтихандары башланды

Бөгөн республикала 9-cы класты тамамлаусы уҡыусылар өсөн төп дәүләт имтихандары башланды. Егет-ҡыҙҙар математика буйынса һынау тотто. Башҡортостанда төп дәүләт имтихандарын 54 мең уҡыусы тапшыра. Уларға экзамендарҙы тапшырыу өсөн талаптарға ярашлы бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Төп дәүләт имтихандары 6 июлгә тиклем дауам итә. Ә колледждарҙа абитуриенттарҙы ҡабул итеү өсөн кампанияға әҙерлек бара. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында

Яуаплы һынау. Баш ҡаланың Аксаков исемендәге 11-cе гимназияһында математиканан төп дәүләт имтиханы бара. 9-cы класс уҡыусылары экзамендарҙы тапшырып колледждарға уҡырға инергә, һөнәр үҙләштерергә әҙерләнә.

9-cы синыф уҡыусылары дүрт предмет буйынса һынау тоторға тейеш: рус теле һәм математиканан-мотлаҡ, икәүһе-һайлау буйынса. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалалар рус теле һәм математика буйынса ғына имтихан тапшыра. Бынан тыш, Башҡортостанда 11-cе класты тамамлаусы 17 мең уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында һынау тота.

Июндә республика колледждарында ҡабул итеү кампанияһы асыла. Урта белем биреү уҡыу йорттары «Профессионалитет» программаһы буйынса камиллаштырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләһе йылға 8 колледжды төҙөкләндереү өсөн 700 млн һум аҡса ҡаралған. Өфө, Бәләбәй, Белорет, Мәләүез, Аҡъяр, Сибай колледждарында мәғариф кластерҙары ойоштороласаҡ.

Бөгөнгө көндә республикалағы 92 колледжда 120 мең студент белем ала. Республикала буласаҡ белгестәргә бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, медицина, төҙөлөш, һанлы технологиялар һәм башҡа йүнәлештәрҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар.

Яңы уҡыу йылына республика колледждарында 24 меңгә яҡын бюджет урыны ҡаралған. Иң күп өлөшө инженер-техник йүнәлештәргә бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау, дизайн, төҙөлөш өлкәһендә лә белгестәргә юғары ихтыяж һаҡлана. Урта һөнәри белем биреү учреждениеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн айырым квота булдырылған.

Ф.Миһранова