Күсемһеҙ милеккә ҡыҙыҡһыныу күбеһенсә икенсел баҙарҙа күҙәтелә. Бындай торлаҡтың хаҡы биш миллион һумдан ун миллион һумға барып етә. 1 июлдән ғаилә ипотекаһы буйынса процент ставкаларында йәнә үҙгәрештәр көтөлә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өсәүләп бер бүлмәле фатирҙа йәшәү йылдан-йыл ауырлаша бара. Шуға ла Эльвина Шәмсетдинова өс, йә унан да күберәк бүлмәле фатир һатып алыу мөмкинлеген ҡарай. Әлбиттә, кәм сығымдар менән.
Төҙөүселәр һәм риэлторҙар әйтеүенсә, төп ставканың 14,5 процентҡа тиклем түбәнәйеүе сәбәпле, май айында өс бүлмәле фатирҙарға һорау артҡан. Бигерәк тә, икенсел баҙарҙағы күсемһеҙ милеккә ҡыҙыҡһыныу юғары. Хаҡтар биш миллион һумдан 10 миллион һумғаса. Белгестәр әйтеүенсә, ике һәм өс бүлмәле фатирҙар хаҡы араһындағы айырма ҙур түгел. Улар әле үк торлаҡ мәсьәләһен ҡайғыртырға кәңәш итә, сөнки 1 июлдән ғаилә ипотекаһы шарттарына йәнә үҙгәртештәр индереләсәк.
Бер балалы ғаиләләр өсөн процент ставкаһы 10-12 процент кимәлендә билдәләнһә, ике балалылар өсөн-6, ә ишле ғаиләләргә йылына 4 процент тәшкил итеүе ихтимал. Был ғаилә программаһын адреслы итеүгә йүнәлтелгән. Эксперттар халыҡтың күсемһеҙ милеккә элеккесә күпләп аҡса һалмай, торлаҡты ныҡлы уйлап һатып алыуын да билдәләй. Бынан тыш, күптәрҙе 20 йыл элек төҙөлгән йорттар ҡыҙыҡһындыра. Күҙаллауҙар буйынса, торлаҡ майҙанын киңәйтеү тренды йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Азат Ғәлиуллин