Әлшәй районында “Ер ҡото” төбәк-ара этномәҙәни-патриотик фестиваль үтә

  Сара халыҡ дауалаусыларын бер майҙанға йыя.  Фестивалдә кәсепселәр күргәҙмәһе, милли уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Махсус хәрби операция ветерандары ГТО нормаларын тапшыра ала. "Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалына 3 йыл тулды. Был осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан 135 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 115 мең кешегә ярҙам күрһәтелгән. Республика район һәм ҡалаларында 140 социаль координатор эшләй.