Өфө аэропортында балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған

Әсә һәм бала бүлмәләре өсөн яңы стандарттар. Рәсәйҙә төрлө өлкәләрҙәге әсә һәм бала бүлмәләренә ҡағылышлы бер нисә яңы стандарт раҫланды. Илдең транспорт министры Андрей Никитин транспорт инфраструктураһы объекттарында -аэропорттар, тимер юл һәм автовокзалдарҙа әсә һәм бала бүлмәләренең һәм балалар уйын зоналарының берҙәм стандартын раҫлаусы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы объекттың төрөн, пассажирҙар ағымын һәм төрлө йәштәге балалы ғаиләләрҙең ихтыяждарын иҫәпкә алып күп кимәлле хеҙмәтләндереү системаһы ҡарала. Был бүлмәләр өс кимәлдәге йыһазландырыу буйынса бүленә.

Өфө халыҡ-ара аэропортындағы әсә һәм бала бүлмәһе ҙур транспорт узелы өсөн тәғәйенләнгән стандарт талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ул 1 терминалдың өсөнсө ҡатында урынлашҡан һәм күп бүлмәле фатирҙы хәтерләтә. Ишектән ингәс тә баланы йүргәккә төрөү өсөн өҫтәл, памперстар бар. Телевизор ҡарарға мөмкин. Уйын бүлмәһендә уйынсыҡтар, китаптар-самолет көткән ваҡытта бала менән ваҡытты уҙғарыу өсөн тейешле шарттар хәстәрләнгән.

Йыһазландырылған аш-һыу бүлмәһе, бала йоҡлатыу өсөн айырым бүлмәләр бар. Бүлмә бер өлкән кеше оҙатыуында ете йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикле ун дүрт йәшкә тиклемге балалар инеп ял итә ала. Бүлмә тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Әсә менән бала бүлмәһенә инеү өсөн сабыйҙың һаулығы тураһында белешмә кәрәк. Уны аэропорттың һаулыҡ һаҡлау пунктында алырға була.

Бәләкәй бала менән сәйәхәт итеүселәрҙә был бүлмәләргә ихтыяж ҙур. Осоу ваҡытынан алдараҡ килеүселәр инә, йәиһә рейстар тотҡарланһа, улар буш тормай.

Владимир Конев, Өфө халыҡ-ара аэропортының пассажирҙар ташыу хеҙмәте етәксеһе

Бынан тыш, аэропортта өс уйын һәм бала биләү өсөн дүрт бүлмә бар.

Өфөнөң тимер юлы вокзалында иһә проект буйынса әсә һәм бала бүлмәһе ҡаралмаған. Уйын зонаһы һәм Бизнес залда балаларға транспорт көткәндә уңайлыҡтар булдырылған. Сабыйҙар өсөн был мөйөш дүрт йыл элек кенә асылған.

Ә бына Нефтекама ҡалаһы автовокзалындағы әсә һәм бала бүлмәһенең йыһаздары буйынса уның ҡасаныраҡ асылыуын тоҫмалларға була. Иң мөһиме-ул буш тормай.

Был бүлмә автовокзал асылғандан бирле эшләй. Беҙҙең автовокзал аша көнөнә мең ярым пассажир үтә. Улар араһында йәш әсәйҙәр ҙә була, улар бында инәләр.

Илсур Баһаув, Нефтекама ҡалаһы автовокзалы етәксеһе

Яңы стандарттар буйынса пассажирҙар ағымы аҙ булған объекттар өсөн база баланы биләү өҫтәле һәм балалар гигиенаһы сараларын һатып алыу мөмкинлеген үҙ эсенә ала. Стандарт бүлмәләр ашатыу урыны һәм 6 йәшкә тиклемге балалар өсөн дөйөм балалар уйын зонаһынан тора.

Рәмилә Исмәғилева