Сандра, Азия, Соната, Флоренс, Мальвина һәм Троицкий. Был - Шаран районы Дмитриев хужалығында үҫтерелгән еләк сорттары. Еләк үҫтереүҙә яңы технология ҡулланыла башлаған. Плантацияларға һалам түшәлә. Еләккә һалам ни өсөн кәрәк? Яуап киләһе яҙмала.
Еләк баҫыуы әле ап-аҡ сәскәлә, бешә башлағандары ла бар. Ҡойма ямғырҙарҙа улар бысрамаһын өсөн, Олег Дмитриев рәттәр араһына һалам түшәргә ҡарар иткән. 20 гектар ерҙә иртә, урта һәм һуң өлгөрөүсе сорттар үҫтерелә. Һалам түшәү эше әле «Мальвина» сорты үҫкән участкала башҡарыла. Был сорт иң һуң өлөгөрә торғандарҙан.
Технология өсөн арыш бойҙайы һаламы ҡулланыла. Механизатор әйтеүенсә, ул иң ҡулайлыһы. Мәҫәлән, арпа һаламы был эш өсөн бармай. Һалам еләк бысранмаһын өсөн генә түгел, ул ҡый үләндәрен үҫтермәй һәм дымды һаҡлай.
Хужалыҡта йөҙ гектарҙа ужым бойҙайы сәселгән. Еләк өсөн 600-ҙән ашыу һалам төргәге ҡулланылған. Эште сит ил техникаһы еңеләйткән. Күптән түгел гидрокультиватор һатып алынған. Уның ярҙамында плантациялар уталасаҡ. Ҡул хеҙмәте менән сағыштырғанда эште 20 тапҡырға тиҙләтә, тотош бригаданы алмаштыра.
Баҫыуҙа Сандра, Азия, Соната, Флоренс һәм Троицкий сорттары үрсетелә. Дмитриев еләкселектә ҡырҡ йыл. Ҡасандыр себерҙән отпускыға ла ҡайта алмаған нефтсе үҙ ерендә татлы бизнес менән шөғөлләнергә ҡарар иткән. Еләк плантацияһының ҙурлығына ҡарап та был эште уңышлы барыуы икеләнеү тыуҙырмай. Киләсәктә фермерҙың еләктән ҡайнатма эшләргә һәм емеш ағастары үҫтерергә пландары бар.
Рәмилә Исмәғилева