Өфөлә эшләүсе йәштәр араһында Шаяндар һәм отҡорҙар республика профсоюз фестивале үтте

«Торатау» Конгресс-холында 17 предприятие һәм 7 тармаҡ профсоюзынан командалар-барлығы йөҙҙән ашыу кеше сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар араһында өфөләрҙән тыш, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Октябрьский ҡалалары, Туймазы районының Үрге Троицкое ауылы вәкилдәре лә булды. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы «Башнефть-Стройные» командаһы яуланы. Еңеүселәр республика данын 4 октябрҙә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында яҡлаясаҡ

Өфөнөң шаяндар һәм отҡорҙар клубы ҡатнашлығында ойошторолған эшләгән йәштәр квн-ны ун йыл дауамында уңышлы уҙғарылып килә. Башҡортостан брендына әүерелгән сара хәҙер ил кимәленә лә ышаныслы сыҡты.

Гүзәл Мирошниченко, Башҡортостан профсоюздар федерацияһы рәйесе