Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы

Республика трансформер-киңлек рәүешендә яһалған стенд тәҡдим итә. Экспозицияла Шәжәрә ағасы урын алған. Ул яһалма зиһен нигеҙендә булдырылған. Ағас ҡунаҡтарҙың бөтә һорауҙарына яуап бирә, Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте, үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Стенд Өфөләге вуз-ара кампус, Рәсәй-белорусс инвестиция кластеры, Үзбәкстан менән уртаҡ проект иҫәпләнгән “Бекабад” технопаркы һәм башҡа проекттар менән таныштыра. “Беҙҙең стенд үткәнебеҙгә хөрмәт менән ҡарауыбыҙ һөҙөмтәһендә иҡтисадты нығыта алыуыбыҙҙы күрһәтә”, - тип белдерҙе Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Башҡортостан ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләгән. Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары берлеге ағзаһы Ирина Гостеева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Петербург иҡтисад форумы 6 июнгә тиклем дауам итә. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. 5 июндә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашлығында пленар ултырыш үтә.