Стратегик башланғыстар агентлығы менән хеҙмәттәшлек нығына

Башҡортостан тыуымды арттырыу һәм ғаилә сәйәсәтен нығытыу өсөн Стратегик башланғыстар агентлығы менән хеҙмәттәшлек итә. Проект‑аналитика сессияһы йомғаҡтары буйынса, 300-гә яҡын тәҡдим булды һәм 27 яңы сара әҙерләнде. Башланғыстар араһында – үҫмерҙәр өсөн репродуктив һаулыҡ сертификаттары, буласаҡ әсәйҙәр өсөн яңыртылған алмашыу картаһы, абортҡа тиклемге консультация өсөн белгестәрҙе дәртләндереү, шулай уҡ эш биреүселәргә ярҙам итеү бар. Килешеүҙе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим итергә планлаштыралар.