Бөгөн уның икенсе көнө. Сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Конгрестың эшлекле программаһы 5 йүнәлештән тора. Бөгөн яңы баҙарҙарға инвестициия, “Рәсәй - Америка Ҡушма Штаттары: мәҙәниәттәр диалогы”, “Креатив иҡтисад”, “Алкоголь баҙары: кисә, бөгөн, иртәгә” һәм башҡа көнүҙәк темаларға фекер алышыу көтөлә. Шулай уҡ яңы технологиялар, биләмәләрҙе үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите, креатив индустрияла яһалма зиһенде ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Форум сайтында тура трансляция ойошторола.