Республика йәмәғәтселеге яугир Тимерйән Рәжәповты иҫкә ала

Бөгөн Өфөлә уның Хәтер кисәһе үтә. Сарала Тимерйән Рәжәп улының иптәштәре, туғандары, яҡташтары һәм коллегалары ҡатнаша.  Тимерйән Рәжәпов 2024 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ул Донецк халыҡ республикаһында хеҙмәт итте. “Тимерйән илебеҙҙең ысын патриоты булды. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Донбасҡа 100-ҙән ашыу гуманитар ылау ойошторҙо”, -  ти дуҫтарының береһе Салауат районынан Рәлиф Хөснөтдинов.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тимерйән Рәжәпов Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған кешеләрҙең береһе. Уның тырышлығы менән Луганск халыҡ республикаһының Петровское мәктәбенә данлыҡлы генералыбыҙҙың исеме бирелде. Легендар командир һәләк булған Штеровка ҡасабаһында һәйкәл асылды. Луганск Республикаһы Халыҡ Советы депутаты Сергей Серов:  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тимерйән Рәжәповтың Хәтер кисәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы уҙғара.